Илдә коронавирус инфекцияһынан вакцинациялау дауам итә. Кемдер прививка яһатырға тәүгеләрҙән булып поликлиникаға барһа, икенселәр һағайып ниҙер көтә, бәхәстәрҙең осо-ҡырыйы юҡ. Әйҙәгеҙ, һүҙҙе прививка яһатҡан бер нисә кешегә бирәйек, улар үҙҙәрен нисек тоя икән?
Өфөләге 10-сы ҡала дауаханаһының баш табип урынбаҫары Денис Васильев вакцинанан ҡурҡып тормаған, шунда уҡ прививка яһатырға тәүәкәлләгән. Әле ул үҙен яҡшы тоя, тик “ауыҙҙа металл тәме һиҙелеүе генә кәйефте боҙҙо”, ти табип. Тәүге көндә вакцина индерелгән урын ғына бер аҙ ауыртып торған. Яурын тирәһендә ике көн ауыртыныу һиҙелгән. Температура күтәрелмәгән. Киҙеү мәлендәге кеүек хәлһеҙлек тә булмаған.
21 көндән һуң табип икенсе прививканы алған, был юлы бөтөнләй ауыртыныу тойолмаған. Васильевтың әйтеүенсә, һәр кем прививканы төрлөсә үткәрә, был иммун системаһы эшмәкәрлеге менән бәйле. “Әгәр тәүге уколдан һуң киҫкен реакция барлыҡҡа килһә, икенсе компонентты яһамаясаҡтар, - ти табип.- Һәр осраҡ үҙенсәлекле. Шуға күрә терапевт вакцинация алдынан пациенттың анамнезын тикшерә. Кеше элек үҙендә ниндәйҙер биологик препаратҡа киҫкен реакция булыу-булмауын иҫенә төшөрөргә тейеш. Һөҙөмтәлә аҙаҡҡы һүҙҙе табип әйтә.” Антиесемдәр формалашҡанын белеү өсөн 21 көндән һуң ҡан анализы тапшырырға кәрәк.
Йәмәғәт эшмәкәре Шамил Вәлиев та тәүгеләрҙән булып “Спутник V” вакцинаһын алды. Тәүге көндә еңелсә хәлһеҙлек тоя, башта - “томан”, йоҡомһората. Шуға күрә эштән һорап өйөнә ҡайтырға мәжбүр була. Икенсе көндөң кисендә эҙемтәләр күренә башлай, хәлһеҙлек, быуындар, баш ауыртыуы һиҙелә. “Организм нимә менәндер көрәште”, - тигән һығымта яһаған ул. Тик дарыу эсеү кәрәкмәгән, барыһы ла нормалләшкән. Йоҡо организмдың нығыныуына булышҡан. “Хәҙер үҙемде яҡшы тоям, ревакцинация 8 февралдә, иншаллаһ,” – ти Шамил Вәлиев.