Ундай ҡатындар хаҡында “тимер үҙәге” бар тиҙәр. Тормош һикәлтәләре буйлап ныҡлы аҙымдар менән алға барған, ҡеүәтле һүҙе, Хоҙай Тәғәлә биргән үҙенсәлекле һәләте менән эргә-тирәләге кешеләрҙе ылыҡтыра алған, булмышы, эшмәкәрлеге менән күптәргә ярҙам ҡулы һуҙған халыҡ табибәһе, хажиә Фатима Моратова хаҡында һүҙем.
Фатима ханым – Урал аръяғы төбәгендә Ислам динен таратыу, үҫтереү мәшәҡәттәре менән янып йәшәгән, 2013 йылдан башлап Учалы ҡалаһы һәм районы мөслимәләре ойошмаһына етәкселек иткән кеше. Афғанстанда батырҙарса һәләк булған улы Ирек Моратовтың рухына бағышлап, балалар һәм үҫмерҙәр менән төрлө саралар үткәрергә, мөслимәләрҙе дәртләндерергә лә, бихисап мәшәҡәттәрҙе теүәлләгән арала кешеләрҙе дауалау һәм имләү эшен алып барырға ла ваҡыт һәм көс таба тынғыһыҙ булмышлы Фатима апай.
...Коронавирус пандемияһы башланғас, уның менән бер нисә тапҡыр аралашырға тура килгәйне. “Барыһы ла - Аллаһы Тәғәлә ҡулында. Сиргә бирешергә ярамай, уйҙар ышаныслы, яҡты булырға тейеш”, - тигәйне ул ҡәһәрле сиргә ҡағылышлы.
Күптән түгел иһә шул мәғлүм булды: Өфөгә ейәнсәренә ҡунаҡҡа килгән саҡта Фатима Әхмәтшәриф ҡыҙы сирләп киткән, хәле ауырая башлағас, уны баш ҡаланың Дим биҫтәһендә урынлашҡан ковид-госпиталгә оҙатҡандар. Унан иһә тынғыһыҙ булмышлы ханым түбәндәге сәләм ебәрҙе:
“Әлеге ваҡытта йәмғиәттә бөтәһен дә бер ғәмәл – коронавирус йоғоу ихтималлығынан ҡурҡыу берләштерә. Үҙемә килгәндә, мин, киреһенсә, бер ниндәй ҙә ҡурҡыу кисермәнем, пандемияны ғүмергә янаған аныҡ хәүеф булараҡ ҡабул итмәнем. Бәлки, миңә теймәй үтеп китер, тигән өмөт тә бар ине, әлбиттә. Әммә... Сир көтмәгәндә килде. Һәм бына мин – ковид-госпиталдә. Туғыҙ көн ғүмерем реанимацияла үтте. Был үтә ауыр, ҡатмарлы көндәрҙә ғүмерем өсөн Дим биҫтәһендәге ковид-госпиталдең тотош командаһы көрәште.
...Иҫемә килгәс, эргәмдә скафандр ише махсус костюмдар кейгән, шып-шым килеш эштәрен аныҡ башҡарған медицина персоналына бер аҙ ҡарап яттым.
Кинәт күҙ алдыма ҡырмыҫҡа иләүе килде. Скафандрҙағы ҡырмыҫҡалар – һәр секунд, минут һайын кеше ғүмере өсөн көрәшеүселәр бит ул. Иләүҙә лә бит күмәкләшеп инә ҡырмыҫҡаны ҡарайҙар, уның ғүмерен һаҡлайҙар, тормошон хәстәрләйҙәр. Табиптар, шәфҡәт туташтары ла шуның ише: ауырыуҙар янынан китмәйҙәр, йәне-тәне менән беҙҙе, сирлеләрҙе, аяйҙар. Бер-береһен ымдан, хәрәкәттән, ярты һүҙҙән аңлап торалар...
Ә ғүмерҙең ҡәҙерен мин, ысынлап та, беләм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр сир генә түгел, бер осраҡлы, бәләкәс кенә пуля ла уның үтә нескә ебен көтмәгәндә өҙөүе ихтимал. 19 ғына йәшлек, берҙән-бер ҡәҙерле, батыр улын Афғанстанда юғалтҡан әсә булараҡ әйтәм быны...
Миңә ҡабаттан тыуыу мөмкинлеге биргән, ҡәһәрле сирҙән аяп ҡалған медицина хеҙмәткәрҙәренә әйтәһе рәхмәт һүҙҙәремде бер яҙмала ғына сағылдырып бөтөрлөк түгел. Тормошто күп күргән, оло йәштәге тәжрибәле кеше булһам да, уларҙың фиҙакәрлеге мине хайран итте.
Дим биҫтәһендәге ковид-госпиталдәге эште юғары кимәлдә ойоштора алған баш табип Фәнил Шәмиғоловҡа, медицина хеҙмәте начальнигы Сергей Чакранға, бүлек мөдире Артур Мөхәмәтовҡа, реанимация бүлеге мөдире Виктор Пушкаревҡа, табиптар Элдар Досназаровҡа, Руслан Күсәевҡа һәм барлыҡ шәфҡәт туташтарына, хеҙмәтләндереүсе персоналға мең рәхмәтемде еткерәм, иң изге теләктәрҙә ҡалам.
“Аҡ халатлы фәрештәләр” тигән һүҙбәйләнештең ни тиклем дөрөҫ һәм теүәл әйтелгәненә тағы берҙе инандырған оло йөрәкле медицина хеҙмәткәрҙәрен АллаҺы Тәғәлә бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын, һаулыҡ, именлек бирһен!”, - тип сәләмен юллаған беҙгә Фатима Моратова.
Коронавирус – уртаҡ бәлә һәм беҙ уны фәҡәт медицина йәмәғәтселеге билдәләгән аныҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәгән саҡта ғына еңә аласаҡбыҙ. Вакцинациялау ҙа – хәүефтән ҡотолоуҙың төп һөҙөмтәле юлдарының береһе. Шуға күрә үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ҡарата яуаплы булырға саҡырабыҙ.
Фото: Фатима Моратованың шәхси архивынан.