Бөгөн “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Үрге Ҡарғалы ауылында төрлө саралар үтте.
Иң тәүҙә хакимиәттә Благовар районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ултырышы үткәрелде, унда яңы рәйес һайланды. Район мәҙәниәт һарайы белгесе, “Аманат”, “Ынйылар” фольклор төркөмдәре етәксеһе Элиза Шафиеваға ышаныс күрһәтте благоварҙар.
Иртә менән бер нисә майҙанда ғаиләләрҙе социаль яҡлау, етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙың, хеҙмәткә яраҡһыҙ бәлиғ булған граждандарҙың хоҡуҡтары, эш менән тәьмин итеү һәм башҡа һорауҙар буйынса консультациялар ойошторолдо. Үҙәк район дауаханаһының участка терапевты Эльвира Ғилванова ауыл халҡы өсөн медицина тикшереүе үткәрҙе. Мәктәптә музей буйлап экскурсия, шашка, шахмат һәм көрәш буйынса турнир ойошторолдо.
Төшкә ҡарай “Ҡарғалы- Fest” тип аталған ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса фестиваль башланды. Байрамға тотош райондан килгәйнеләр. Саңғы ярыштарында, ғаилә эстафеталарында, саф һауала башҡа уйындарҙа барыһы ла ихлас ҡатнаштылар. Шулай уҡ асыҡ һауала музыкаль-күңел асыу программаһы, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Был саралар алкоголһеҙ ҙә күңел асып булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләне.
Фото: Благовар районы хакимиәте.