Башҡортостан ғинуар аҙағына тиклем коронавирус инфекцияһынан 50 меңдән ашыу вакцина дозаһы аласаҡ, тип белдерҙе бөгөнгө брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Ә февраль айында республикаға йәнә 100 мең дозаның килтерелеүе көтөлә. Министрҙың әйтеүенсә, ведомство республикала йәшәүсе 1,5 миллион кешене вакцинацияларға йыйына.
Ковид әлегә республикала таралыуын дауам итә. Һуңғы тәүлектә сирҙе 168 кешенең йоҡтороуы асыҡланған, 197 ауырыу һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирустан бер пациент һәләк булған. Вирус ҡорбандары һаны 176-ға етте. Әле республикала 5 673 кеше сир менән көрәшә, 497-һе стационарҙа дауалана.
Бөтә өмөт – вакцинала, бары уның ярҙамында коронавирустың таралыуына кәртә ҡуйырға мөмкин буласаҡ. Әлегә санитария-эпидемиология талаптарын үтәү – мөһим сараларҙың береһе.