Хәҙер дауаханаға дауаланырға ятыр алдынан ковидҡа анализ биреү кәрәкмәйәсәк. Пациенттар өсөн бығаса мотлаҡ һаналған талап бөтөрөлдө. Тик был пандемияың “йомшарыуын”, беҙҙе ташлап китеүен аңлатмай. Сәләмәтлекте бары вакцина ғына һаҡлай ала, бары уға ғына ҙур ышаныс.
Республикала медицина хеҙмәткәрҙәре вакцина яһатыу буйынса яҡшы өлгө күрһәтә. Өфөнөң 46-сы поликлиника хеҙмәткәрҙәре тотош коллективтары менән прививка эшләтергә өлгөргән. Табиптарҙың әйтеүенсә, организмдың кире реакцияһы һиҙелмәгән, бары еңелсә баш ауыртыуын тойған кешеләр булған.
Әммә ҡайһы берәүҙәргә прививканы яһатыу тыйыла, мәҫәлән, аллергия менән яфаланғандарға, йөклө ҡатындарға уны эшләтергә ярамай. Йыл аҙағына тиклем республикала бер миллион ярым кеше вакцинацияланасаҡ.