Сәләмәт булайыҡ
28 Ғинуар 2021, 13:15

Ҡыҙыл Бүләккә күсмә ФАП килде

Күсмә ФАП-тың төп бурыстарының береһе – ауыл халҡын диспансерлаштырыу.

Ошо көндәрҙә Туймазы үҙәк район дауаханаһының күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты сираттағы тапҡыр Ҡыҙыл Бүләк ауылына юлланды. Күсмә ФАП-тың төп бурыстарының береһе – ауыл халҡын диспансерлаштырыу.
Сәләмәтлек машинаһында медицина тикшереүе ойоштороу өсөн кәрәкле ҡулайламаларҙың барыһы ла бар. Атап әйткәндә, анкета тултырырға, ЭКГ үтергә, ҡан анализын яһатырға, антропометрик мәғлүмәт алырға, ҡан баҫымын үлсәтергә, цитологик мазок бирергә мөмкин. Күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты район ауылдарына, тәү сиратта үҙҙәрендә ФАП булмаған биләмәләргә, даими барасаҡ.
Йәшәгән ереңдә һаулығыңды тикшертеү айырыуса өлкәндәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Бындай пациенттар күсмә ФАП-ҡа теләк менән килә, табип ҡушҡанды теүәл үтәй.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә алынған күсмә медицина комплексы ауыл фельдшерының эш шарттарын һәм тәүге медицина-санитария ярҙамы сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Фото: tuimazy.bashkortostan.ru
Читайте нас