Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
29 Ғинуар 2021, 00:40

Шифаһын күрегеҙ!

Сәсегеҙ төҫһөҙләнә, тырнаҡтар һына, күҙ төбө ҡарайып торамы? Ул саҡта һәр иртә түбәндә күрһәтелгән эсемлекте яһап ҡулланып ҡарағыҙ. Һөҙөмтәһе бик ныҡ ҡыуандырыр тип ышанабыҙ.

Сәсегеҙ төҫһөҙләнә, тырнаҡтар һына, күҙ төбө ҡарайып торамы? Ул саҡта һәр иртә түбәндә күрһәтелгән эсемлекте яһап ҡулланып ҡарағыҙ. Һөҙөмтәһе бик ныҡ ҡыуандырыр тип ышанабыҙ.
Мөғжизәгә тиң эсемлекте әҙерләү өсөн кәрәк була: 300 г һөт, өс ҡалаҡ ҡоро һоло киҫәктәре, бер банан һәм бер балғалаҡ бал. Әҙерләү: һоло киҫәктәренә 3-4 ҡалаҡ һөт ҡойоп блендерҙа ваҡлап алғас, шунда уҡ бананды, балды һәм ҡалған һөттө ҡушып болғатабыҙ.
Был эсемлекте әҙерләгәс тә ҡулланырға кәрәк. Шифаһы бик ҙур, ыңғай һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.
Фото: vashnarkolog.com
Читайте нас: