Сәләмәт булайыҡ
30 Ғинуар 2021, 11:50

Иң мөһиме - балалар сифатлы туҡланһын

Ғафури районында 2017 йылда барлыҡҡа килгән "Имәндәр" ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ике меңдән ашыу уҡыусыны, 800-гә яҡын балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙе иттән яһалған төрлө аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.

Мәктәптә уҡыусыларҙың туҡланыуы һәр саҡ көн үҙәгендә торған мәсьәлә. Уны яҡшыртыу, сифатлы итеү буйынса хәстәрлек күреү туҡталмай, был тәңгәлдә күп нәмә эшләнә.
Быйыл мәктәптәрҙә үҙебеҙҙең етештереүселәрҙән алынған продукцияны күберәк ҡуллана башлауҙары тик хуплауға лайыҡ. Был өлкәләге белгестәр әйтеүенсә, мәктәп ашханаларында үҙебеҙҙә етештерелгән ит күләме 7 проценттан 87 процентҡаса күтәрелгән.
Ғафури районында 2017 йылда барлыҡҡа килгән "Имәндәр" ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ике меңдән ашыу уҡыусыны, 800-гә яҡын балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙе иттән яһалған төрлө аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Тефтели, кәтлит, гуляш - барыһын да кооператив оҫталары үҙҙәре яһай. Ҡул хеҙмәте лә, автомат машиналар ҙа берҙәй ҡулланыла бында. Яңыраҡ ҡына кәтлит яһай торған аппарат та һатып алғандар. Италияла етештерелгән был машина бер сәғәттә 500 дана продукция әҙерләп сығара ала.
Былтыр "Имәндәр" заманса ҡорамаллы булыу өсөн республиканың ауыл хужалығы консультациялар үҙәге ярҙамында дәүләттән ярҙам алған. Әлеге мәлгә уның ярты хаҡын кире ҡайтарғандар ҙа инде. Аҙыҡ-түлекте сифатлы һәм иҫкертмәй һаҡлау өсөн бында ҙур һыуытҡыс та бар, ул итте 30 минут эсендә туңдыра, шунлыҡтан уның файҙалы үҙенсәлектәре һис тә кәмемәй.
"Имәндәр" кооперативы рәйесе Светлана Фомина һөйләүенсә, 2020 йылда предприятие 16 тоннанан ашыу һыйыр ите эшкәрткән һәм 27 тоннанан ашыу йәшелсә әҙерләгән. Мәктәп ашханалары өсөн продукцияны мөрәжәғәттәр буйынса ғына әҙерләйҙәр икән. Шулай уҡ манты, хинкали, билмәндәрҙе һатыуға ла сығаралар.
- Беҙ малды балалар туҡланыуы өсөн махсус үҫтерәбеҙ. Йәш ярым - ике йәшлек булғас, уны "Имәндәр" кооперативына тапшырабыҙ. Бында инеү беҙгә шул тиклем ҡулай булды, хәҙер итте ҡайҙа ҡуйырға тип баш ватмайбыҙ, - тип һөйләй крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Алиян Князь.
Әйткәндәй, "Имәндәр"ҙә 29 шәхси, һигеҙ кооператив хужалыҡ берләшкән.
Кооператив бының менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай, быйылғы йылда ла грант алыу өсөн тырышалар. Ниәттәре - үҙ консерва цехын асыу. Ит ризыҡтарын ғына түгел, йәшелсә-емеште лә күҙ уңында тота улар. Теләктәренә өлгәшер өсөн ныҡышмаллыҡ та, сәм дә, тырышлыҡ та бар, ә иң мөһиме продукцияларын яратып һатып алыусылары етерлек.
Читайте нас