Нейроонкология хеҙмәтендә ҙур аҙым яһалды. Республика онкология диспансерында баш мейеһендәге шеште алып ташлау буйынса беренсе нейрохирургик операция башҡарылды. Был үҙенсәлекле операцияны табиптар ультратауыш контроле аҫтында микроскоп ярҙамында эшләне. Дауалау тактикаһы радиолог, нейрохирург, химиотерапевт составындағы консилиум тарафынан билдәләнде.
- Операция уңышлы үтте. Пациент үҙен яҡшы тоя. Артабан гистологик тикшеренеүҙәрҙән һуң дауалау буйынса аҙымдар билдәләнәсәк. Кәрәк тип табылғанда, пациент учреждениела нур йәки химия терапияһын аласаҡ, - ти хирургтар.
Был операция - республикала онкология һәм нейроонкология хеҙмәтен артабан үҫтереүҙә ҙур аҙым. Нервы системаһының онкологик сирҙәре менән яфаланған пациенттар медицина учреждениеһында махсус ярҙам аласаҡ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.