Сабыйҙар ниңә йыш ауырый? Тамаҡтары туҡ, өҫтәре бөтөн, ата-әсәһе нимә алып, нимә бирергә белмәй, тигәндәй. Ҡайһы бер ябай, әммә бик файҙалы табип кәңәштәренә ҡолаҡ һалһағыҙ ине, йәш ата-әсәләр!
Бала йүгереп йөрөргә, хәрәкәтләнергә тейеш, унһыҙ сәләмәт үҫеш юҡ. Кескәй генә булһа ла, уның тәбиғәте туҡтауһыҙ хәрәкәткә яраҡлашҡан. Ут бөрсәһе кеүек һис ултырып сыҙамаған, һеҙгә тынғы бирмәгән баланың арҡаһы төҙ, иммунитеты ныҡ буласаҡ, яҫы табанлылыҡ йонсотмаясаҡ. Планшетта йәки компьютерҙа уйнап ултырыуҙан айырыу өсөн уны спорт секцияһына яҙҙырығыҙ йәиһә урамда уйнарға күнектерегеҙ, ти педиатрҙар.
Тәмле-татлы нимә магазинда күп хәҙер, улығыҙҙың йәки ҡыҙығыҙҙың көйһөҙлөктәренә ҡарамай, аҡты ҡаранан, зарарлыны файҙалы аҙыҡтан айыра белегеҙ. Кесе йәштән балаларҙы дөрөҫ туҡланырға өйрәтеү бик яҡшы. Рациондан составы бик шикле тойолған аҙыҡтарҙы алығыҙ. Ярмалар, йәшелсә, ит, балыҡ, һөт ризыҡтары – уларҙан да туҡлыҡлы, организм өсөн кәрәкле аҙыҡ юҡ.
Көнө буйы өйҙә ултырырға яратҡан балаларҙа йыш ҡына йорт туҙанына аллергия күҙәтелә. Саф һауала йөрөү – сәләмәтлек нигеҙе, организмдың һаҡлаусы көстәрен арттыра һәм сыныҡтыра. Тышта уйнап ингән баланың аппетиты яҡшырыуын, тиҙ йоҡоға талыуын хәстәрлекле әсәйҙәр һиҙмәй булмаҫ. Сыныҡҡан бала өсөн миҙгел һайын йонсотҡан киҙеү ҙә,киҫкен респираторлы вируслы сирҙәр ҙә хәүеф тыуҙырмаясаҡ. Әйҙәгеҙ, гаджеттарығыҙҙы ҡалдырып тороп, саф һауаға сығайыҡ!
Фото:"Красота и здоровье".