Сәләмәт булайыҡ
31 Ғинуар 2021, 09:30

Ялдан ҡайтыуға штраф көтөп торған...

Был статья буйынса 15 мең һумдан 40 мең һумға тиклем ...

Сит илдән ял итеп ҡайтҡан Башҡортостан туристары коронавирусҡа биргән тест һөҙөмтәләрен “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына ҡуйырға “онотҡан”. Шулай итеп, “Роспотребнадзор”ҙың баш санитар табибы ҡарарын боҙоуға юл ҡуйылған. Ведомство илгә аяҡ баҫҡан һәр гражданды контролдә тота.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, административ тәртип боҙоуҙар тураһында 261 протокол төҙөлгән, материалдар суд органдарына ҡарау өсөн ебәрелгән. Штрафтар суммаһы 727 500 мең һум тәшкил итә. Сир таралыу хәүефе тыуғанда халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеген тәьмин итеү өлкәһендә закондарҙы боҙған өсөн административ хоҡуҡ боҙоуҙар статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарылған. Был статья буйынса 15 мең һумдан 40 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.
Фото:Lenta.ru
Читайте нас