Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы арҡа мускул атрофияһы менән сирләгән сабыйҙар өсөн “Спинраза” препаратын һатып алмаҡсы. 12 ампула ҡабы 67, 8 миллион һумға төшәсәк. Быға ярашлы тендерҙы дәүләт һатып алыуҙары порталында ведомствоның “Матди-техник тәьмин итеү идаралығы” урынлаштырған. Дарыуҙар бик ҡиммәт - бер ҡабы 5,65 мең һум тора.
Министрлыҡ препараттарҙы килешеү төҙөгәндөн һуң ике аҙна эсендә һатып алырға тейеш. Заявкалар 8 февралгә тиклем ҡабул ителә, поставщикты һайлап алыу буйынса аукцион 18 февралдә үтәсәк. Белеүегеҙсә, арҡа мускул атрофияһы менән яфаланған сабыйҙарҙың (“смайликтарҙың”) сире үлемесле, ике йәшкә тиклем уларға медицина ярҙамы күрһәтелмәгәндә һәләк булыуҙары ихтимал.
Фото:"Аргументы и факты."