Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә быйыл төҙөләсәк һаулыҡ һаҡлау объекттары тураһында һөйләне.
2021-2023 йылдарҙа республиканың адреслы инвестиция программаһына был тармаҡ буйынса һигеҙ объект төҙөү һәм берәүҙе проектлау индерелгән. Уларҙы дөйөм финанслау күләме 13,6 миллиард һум тәшкил итә.
– Был маҡсатҡа быйыл ғына 4,79 миллиард һум бүленә, уларҙың 1,847 миллиард һумы – федераль бюджеттан. Шулай уҡ быйыл дөйөм күләмдең 225,7 миллион һумға артыуы көтөлә, ул аҡсаға 61 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөләсәк, – тине Артем Ковшов.
Министр урынбаҫары белдереүенсә, һигеҙ объекттың икәүһен быйыл йыл аҙағында тапшырырға тейештәр. Был - Бөрө ҡалаһы менән Саҡмағош ауылындағы поликлиникалар.
Бынан тыш, 2021 йылда ике яңы объект төҙөлә башлаясаҡ – Өфөлә республика клиник балалар дауаханаһының балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге менән Баймаҡта балалар поликлиникаһы.
2022 йылда Затон биҫтәһендә поликлиника, Учалы ҡала дауаханаһында хирургия корпусы, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының яңы поликлиникаһы һәм республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы төҙөлә башлар тип көтөлә. Был эштәр 2023 йылда тамамланырға тейеш.