Ошо көндәрҙә Бөрйән районы мәҙәниәт һарайының майҙанында шаулап-гөрләп "Аяғыңда аҡ быйма, бысратырһың, бик кеймә!" тип исемләнгән быйма байрамы үтте.
Сара "Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы"на бағышланды. Быйма байрамында ниндәй генә быймалар юҡ ине: 40 йыл тарихы булғаны, тишеклеһе, ап-ағы, биҙәклеһе, ошо быйма байрамына тип кенә алынған өр яңылары һәм башҡалары.
Байрамды Район мәҙәниәт һарайының "Йәнбикә" фольклор ансамбле асып ебәргәндән һуң, береһенән-береһе көслө, сәмле ете команда таныштырыуҙа һәм үҙҙәре ижад иткән бейеүҙә көс һынашты, һуңынан инде тюбингта дуҫын һөйрәп минутка йүгереп мәрәй йыйһалар, 1 минут эсендә бирелгән һүҙҙәрҙән дүртюллыҡ шиғыр яҙа һалып уҡып ишеттерҙеләр.
Байрам бик күңелле үтте, баһалама комиссияһы төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләне. Ә еңелеүселәр булманы - ҡатнашыусылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә яҡшы кәйеф алып таралышты.
Фото: Бөрйән районы хакимиәте сайтынан.