Сәләмәт булайыҡ
2 Февраля 2021, 17:00

Вирус көслө әле...

Ковид ҡорбандары һаны 190-ға етте.

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны һуңғы тәүлектә йәнә 165-кә артты. Уларҙың иң күбеһе – Өфөлә (52 кеше), Туймазы һәм Яңауыл райондарында -13-әр ауырыу. Сирҙе йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 24 577 кешегә етте.
Тәүлек эсендә 162 ауырыу һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә ике пациент һәләк булған, шулай итеп, вирус ҡорбандары һаны 190 тәшкил итә.
Әле стационарҙарҙа 402 пациент дауалана, амбулатор шарттарҙа – 5 382. Ҡаты ауырығандар - 52, үпкәне яһалма елләтеү аппаратына 15 ауырыу тоташтырылған. Пневмония һуңғы тәүлектә 161 кешелә раҫланған.
Әлегә вирус сигенергә уйламай, өҫтәүенә киҫкен респиратор вируслы сирҙәр арта. Киҙеү осраҡтары республикала раҫланмаған, шулай ҙа тынысланырға урын юҡ, уның да тиҙ арала беҙгә юлланыуы ихтимал. Санитария-гигиена талаптарын, битлек режимын үтәүгә сәләмәтлегебеҙҙең бәйле булыуын онотмайыҡ.
Фото:Bash.rbsmi.ru
Читайте нас