Сәләмәт булайыҡ
2 Февраль 2021, 15:30

Яңы аппаратта 600 тикшереү үткәрелгән

Былтыр 30 миллион һумлыҡ ошондай дүрт ультратауыш аппараты һатып алынған.

Нефтекама ҡала дауаханаһында яңы ультратауыш аппараты ҡуйылғандан алып, 113 пациент өсөн 600-гә яҡын тикшереү сараһы уҙғарылған.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы һатып алынған ESAOTE MyLabSeven экперт класлы ультратауыш аппараты дауахананың диагностика бүлегендә былтыр декабрҙә генә эшләй башлаған. Кардиология, акушерлыҡ-гинекология тикшеренеүҙәре өсөн тәғәйенләнгән юғары етештереүсәнле ҡулайлама йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын, шул иҫәптән инсульт һәм инфаркт кеүек хәүефле ауырыуҙарҙы диагностикалау өсөн файҙаланыла.
Былтыр федераль бюджет аҡсаһына Республика клиник онкология дауаханаһы, Нефтекама, Күмертау дауаханалары, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы өсөн 30 миллион һумлыҡ ошондай дүрт ультратауыш аппараты һатып алынған.
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас