Сәләмәт булайыҡ
2 Февраль 2021, 20:10

Кардиоүҙәктең яңы корпусы төҙөлә

Республика кардиоүҙәгенең яңы хирургия корпусы 2022 йылда тапшырылырға тейеш. Туғыҙ ҡатлы бинаны күтәргәндәр ҙә инде.

Республика кардиоүҙәгенең яңы хирургия корпусы 2022 йылда тапшырылырға тейеш. Туғыҙ ҡатлы бинаны күтәргәндәр ҙә инде. Ифрат ҙур проекттың хаҡы 6 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.
Иҫегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: яңы бина республика Башлығы башланғысы менән уҙған йылдың йәйендә төҙөлә башлағайны. Кардиоүҙәктең был корпусы 30 мең квадрат метрҙан ашыуыраҡ майҙанды биләй. Бөгөнгә төп төҙөү-монтажлау эштәре тамамланған.
Был ғәйәт ҙур биләмәлә бер нисә операция блогы урын аласаҡ. Һәр ҡайһыһына айырым инеү урыны ҡаралған. Эстә инженер коммуникациялары, елләтеү системаһы эшләнгән дә инде. Эске эштәр, ҡорамалдарҙы ҡуйыу эштәре ҡалған.
Бина күп функциялы итеп планлаштырылған. Реанимация, операция залдарынан тыш, корпуста дезинфекция бүлеге, нур диагностикаһы, өлкәндәр өсөн поликлиника, дарыухана, көндөҙгә стационар, диагностика лабораторияһы, административ-хужалыҡ блогы урынлашырға тейеш.
Хирургия корпусы иң алдынғы техника менән байытылып, заманса медицина талаптарына яуап бирәсәк, ти белгестәр. Ковид-19 менән сирләүселәр булыу ихтималлығы ла күҙ уңында тотолоп, бында палата-бокстар ҙа эшләнгән.
Хирургия корпусын төҙөү – ул республикала кардиология һәм хирургия үҫешендәге яңы билдә лә. Кардиоүҙәк етәкселеге, яңы, заманса ҡорамалдар йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлеү осраҡтарын кәметергә мөмкинлек бирер, тип иҫәпләй.
2022 йылда кардиоүҙәктең яңы корпусында иң тәүге пациенттарҙы ҡабул итергә мөмкин булыр, тип көтөлә. Иң тәү сиратта был, әлбиттә, Башҡортостанда йәшәгән пациенттар булыры шикһеҙ. Аҙаҡ инде күрше төбәктәрҙән – Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстандан да ауырыуҙарҙы ҡабул итеү ихтимал.
Республика кардиоүҙәгендә йылына 16 меңгә яҡын тикшереү үткәрелә, операциялар эшләнә. 80 меңләп пациент табип ярҙамы ала. Яңы корпус төҙөлөп бөтөп, эшләй башлаһа инде, был медицина учреждениеһы Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбенә инәсәк.
Фото: Ютуб каналынан.
Читайте нас