Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, былтыр Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһына байтаҡ заманса ҡорамал: түбәнге звено табиптары өсөн 20 персональ компьютер һәм күп функциялы 13 ҡулайлама, фельдшерҙар өсөн 32 ноутбук һәм 12 принтер, белгесте өйгә саҡыртҡан осраҡта Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһында арауыҡта эшләү өсөн 17 планшет, клиника-диагностика лабораториялары өсөн 25 термопринтер, электрон сират системаһы тапшырылды. Был ҡулайламалар табиптарҙың эшен тиҙләтә һәм еңеләйтә. Ауырыуҙарға диагнозды алдан уҡ ҡуйыу уларҙы дауалау һөҙөмтәлелеген арттыра.
“2020 йыл барыбыҙ өсөн дә еңелдән булманы. Күптәр медицинаға, табиптарға, уларҙың эшенә мөнәсәбәтен үҙгәртте. Элегерәк беҙҙең һөнәрҙең әһәмиәте әллә ни һиҙелмәһә, хәҙер ул өҫкә ҡалҡып сыҡты, тейешенсә баһаланды”, – тине Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айрат Рәхмәтуллин.