Сәләмәт булайыҡ
4 Февраль 2021, 16:00

Ирекмәндәр прививка яһатты

“Хәлебеҙ яҡшы, үҙебеҙҙе һәйбәт тоябыҙ”, - ти тәүгеләрҙән булып вакцина яһатҡан ирекмәндәр.

“Хәлебеҙ яҡшы, үҙебеҙҙе һәйбәт тоябыҙ”, - ти тәүгеләрҙән булып вакцина яһатҡан ирекмәндәр. Бөгөн ирекмәндәр хәрәкәте координаторы Максим Божко һәм ирекмәндәр Сания Тимасова, Вадим Хәйбуллин Өфөнөң 1-се поликлиникаһына коронавирустан вакцинация үтергә килде.
-Республикабыҙҙың ирекмәндәре көн һайын өлкәндәргә һәм ярҙамға мохтаждарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар ташый. Әлбиттә, улар бөтә тейешле хәүефһеҙлек сараларын үтәй, медицина битлектәре һәм бирсәткәләрҙе файҙалана. Беҙҙең һәр беребеҙҙең ғаиләһе, яҡын кешеләре, хеҙмәттәштәре бар, уларҙың хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлек күреү ҙә беҙҙең өҫтә. Шуға күрә ирекмәндәр прививка яһатырға яҙыла башланы,- ти Максим Божко.
Ирекмәндәр медицина хеҙмәткәрҙәренә үҙҙәрен һәм яҡындарын һаҡларға мөмкинлек биргәндәре һәм коллектив иммунитет булдырыуға өлөштәрен индергәндәре өсөн рәхмәт белдерә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың апреленән биш меңдән ашыу кеше ирекмән булып китте һәм 400 меңдән ашыу гражданға ярҙам күрһәтте. Башҡортостан Башлығы республиканың ирекмәндәре өсөн награда – “Башҡортостан Республикаһының ирекмәне” почетлы билдәһен булдырҙы. Быйыл был наградаға 10 ирекмән эйә буласаҡ. Бөгөндән был наградаға дәғүә итеүселәрҙән документтар ҡабул ителә башланы. 18 февралгә тиклем түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итегеҙ: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 24-се бүлмә. Һорауҙарығыҙға яуапты Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының рәсми сайтында табырға мөмкин.
Фото: Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.

Читайте нас