Сәләмәт булайыҡ
4 Февраль 2021, 13:15

Вирустың китергә иҫәбе юҡ...

Һуңғы тәүлектә йәнә ике пациенттың вафат булыуы асыҡланды.

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йәнә 165 кешелә раҫланған. Сирҙе йоҡтороуҙың иң күп осраҡтары Өфөлә (21 кеше), Бәләбәй районында (17) һәм Октябрьский ҡалаһында (13) асыҡланған. Пандемия осоронда барлығы 24,9 мең кешегә ошо диагноз ҡуйылды.
Бөгөн республика стационарҙарында 405 пациент дауалана, 52-һе ауыр хәлдә, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Амбулатор шарттарҙа 5,4 меңдән ашыу ауырыу дауалана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус кеше ғүмерҙәрен өҙә, һуңғы тәүлектә йәнә ике пациенттың вафат булыуы асыҡланды. Шулай итеп, вирус ҡорбандары һаны 195-кә етте.
Тәүлек эсендә 259 пневмония осрағы теркәлгән. Дауаханаларҙан ошо диагноз ҡуйылған 162 ауырыу һауығып сыҡҡан. Санитария- эпидемиология талаптарын үтәү элеккесә ғәмәлдә ҡала, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы сир йоҡтороуҙан һаҡларға тырышығыҙ.
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас