Сәләмәт булайыҡ
4 Февраль 2021, 18:00

“Яман шеш йыл да артасаҡ", тип хәүефләнә ғалимдәр

Әлеге ваҡытта яман шеш сирҙәренең 30-50 процентын булдырмаҫҡа булыр ине. Бының өсөн ниндәй сараларҙы үтәү мөһим?

Бөгөн - Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө. Планетаның танылған онкологтары әйтеүенсә, 2030 йылға Ер йөҙөндәге 22 миллиондан ашыу халыҡ ошо сиргә дусар буласаҡ. Шуға күрә цивилизация өсөн был бик ҡурҡыныс сир тураһында яҡшыраҡ белеү, уның таралыуына, асыҡлауға һәм дауалауға иғтибарҙы арттырыу маҡсатында 4 февраль Яман шешкә ҡаршы көрәш көнө тип билдәләнгән.
Яман шеш - үлем осраҡтарын бик тиҙ арттырыусы сәбәп. Эксперттарҙың әйтеүенсә, онклогия сирҙәренән иң ҙур юғалтыуҙарҙы үҫеш юлындағы илдәр кисерәсәк. Уның таралыуына юл ҡуймау өсөн насар ғәҙәттәрҙән, тәү сиратта тәмәке тартыуҙан, арыныу мотлаҡ, сөнки шул сәбәпле донъяла үпкә яман шеше аҙыуы билдәле. Яман шеш сирҙәрҙең ҙур төркөмө өсөн дөйөм термин булып тора. Ул теләгән бер органды зарарлап юҡҡа сығарырға һәләтле. Уға хас билдә: тиҙ арала аномаль күҙәнәктәрҙең барлыҡҡа килеүе, ғәҙәттәге сиктән сығып, яҡындағы ағзаларға үтеп инеүе һәм башҡа органдарға таралыуы. Аҙаҡҡы процесс метастаза тип атала. Ул- үлемгә килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе.
Яман шеш нормалағы күҙәнәктәрҙең шеш күҙәнәктәренә әүерелеүе һөҙөмтәһендә, күп этаплы процесс барышында барлыҡҡа килә. Быға генетик факторҙарҙан тыш, физик канцерогендар (ультрафиолет һәм ион нурланышы), химик канцерогендар (асбест, тәмәке төтөнө, аҙыҡ-түлекте бысратыусы токсиндар, эсәр һыуҙағы мышаяҡ), биологик канцерогендар (вирустар, бактериялар һәм паразиттар барлыҡҡа килтергән йоғошло сирҙәр) сәбәпсе.
Был хәтәр сирҙең үҫешенә ҡартлыҡ та йоғонто яһай. Олоғая барыу, күҙәнәктәр яңырыу процесы һүлпәнәйеү менән яман шешкә юлығыу ихтималлығы арта. Яман шештең үҫешенә ошо дүрт фактор йоғонто яһай: тәмәке тартыу, эскелек, дөрөҫ туҡланмау, физик әүҙемлек кәмеүе. Хроник йоғошло ауырыуҙар ҙа сирҙең баш ҡалҡытыуына сәбәпсе булыуы ихтимал. Әлеге ваҡытта яман шеш сирҙәренең 30-50 процентын булдырмаҫҡа булыр ине. Әгәр үрҙә әйтелгән хәүефле факторҙарҙан ҡотолһаҡ, иҫкәртеү сараларын үтәһәк... Шул уҡ ваҡытта сирҙе башланғыс мәлендә тотоп алыу һауығыуға өмөттө арттырасаҡ.
Кеше папилломаһы вирусы, В гепатиты барлыҡҡа килтергән инфекцияларға вакцина яһау йыл һайын бер миллионға яҡын сир осрағын булдырмаҫҡа булышасаҡ. Дөрөҫ ҡуйылған диагноз - һауығыуға бер аҙым. Тик һуңғы стадияла сирҙе асыҡлауҙан файҙа булмауы ихтимал, тип иҫкәртә белгестәр. Шуға күрә һәр кемдең сәләмәтлегенә иғтибарлы булыуы, табиптарға күренеүҙән ҡурҡмауы мөһим.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас