Сәләмәт булайыҡ
5 Февраль 2021, 13:30

Марсҡа йәйәүләп бармаҡсылар...

Ҡыҙыл планетала Йылайыр кратеры бар, уға тиклемге ара 55 миллион километр тәшкил итә.

Йылайыр районы халҡы Марсҡа йәйәүләп барып етергә план ҡора. Ҡыҙыл планетала Йылайыр кратеры бар, уға тиклемге ара 55 миллион километр тәшкил итә. Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедовтың башланғысына эйәреп, ауыл кешеләре шунса аҙым яһарға ҡарар иткән.
Акция былтыр көҙ башланған. Унда ҡатнашыу өсөн “Шагомер” ҡушымтаһын күсереп алырға һәм көн һайын һөҙөмтәне ойоштороусыларға ебәрергә кәрәк. Иң әүҙем йәйәүлегә приз - башҡорт балы!
- Көҙҙән алып ирем менән урманға ял итергә йөрөйбөҙ. Башлыҡтың ошондай ҡыҙыҡлы акция иғлан иткәнен ишеткәс, шунда уҡ телефондағы ҡушымтала теркәлдем. Бөгөнгә бер миллион ике йөҙ мең аҙым үткәнмен, - ти Татьяна С.
Йылайырҙар Марсҡа йәйәүләп барып етмәһә лә, сәләмәтлектәрен һаҡлаясаҡ. Өҫтәүенә улар дөрөҫ туҡланыу яҡлы. Йылайырҙар тәбиғәт биргән байлыҡты, бәшмәк һәм еләк-емеште “Йылайыр” ҡулланыусылар кооперативына тапшыра. Урындағы кафела һеҙгә урман менюһын тәҡдим итәсәктәр, микроэлементтарға, файҙалы матдәләргә бай аш-һыуҙан ауыҙ итергә лә онотмағыҙ.
Фото: BashNews.
Читайте нас