Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Сәләмәт булайыҡ
6 Февраль 2021, 20:30
Дүрт пациент вафат
Вирус ҡорбандары һаны 200-гә етте...
Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штабтың хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә сирҙе йәнә 166 кешенең йоҡтороуы асыҡланды, шулай итеп, пандемия осоронда сиргә дусар булғандарҙың һаны бөтәһе 25 239 тәшкил итә. Ҡыҙғанысҡа ҡвршы, һуңғы тәүлектә дүрт ауырыу һәләк булған. Республикала рәсми мәғлүмәттәр буйынса, вирус ҡорбандары һаны 200-гә етте.
Стационарҙарҙа әле 304 пациент дауалана. Амбулатор шарттарҙа 5 524 ауырыуҙың дауаланыуы билдәле. Тәүлек эсендә 149 ауырыу һауығып дауахананан сыҡҡан.
Күреүебеҙсә, әлеге ябай булмаған эпидемиологик шарттарҙа вирусты йоҡтороуҙан һаҡланыу, санитария-гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим. Өҫтәүенә киҫкен респиратор вируслы сирҙәр арта. Мөмкинлек булыу менән прививка яһатыу яғын ҡарарға кәрәк. Бөтә өмөт – вакцинала.
Фото: ”Башинформ”.
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.