Өфөлә Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының поликлиникаһы өсөн өр-яңы корпус төҙөлә. Әйткәндәй, әле эшләгән поликлиника бынан 60 йыл элек сафҡа индерелгән булған.
– Поликлиниканың яңы корпусында пациенттар өсөн һәр яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырылған, – тип һөйләй Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының баш табибы Шамил Булатов. – Уның шәплеге шунда – поликлиникала беренсел медик-санитар ярҙам түгел, ә нәҡ махсуслашҡан ярҙам күрһәтеләсәк.
Шул иғтибарға лайыҡ, бында төҙөлөш 2019 йылдың аҙаҡтарында башланды. Дәүләт заказсыһы – республикабыҙҙың капиталь төҙөлөшө идаралығы. Дөйөм майҙаны – 17 мең квадрат метр, ул сменаһына 1 500 пациентты ҡабул итеү һәләтенә эйә. Проект буйынса, поликлиника ике блоктан торасаҡ. Поликлиниканы 2022 йылда төҙөп бөтөү күҙ уңында тотола.
Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Артур Насиров әйтеүенсә, әле республикабыҙҙа алты һаулыҡ һаҡлау объект төҙөлә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.