Сәләмәт булайыҡ
8 Февраль 2021, 08:30

Урындар кәметелә - был яҡшы билдә

Коронавирусҡа бәйле һуңғы күрһәткестәр нисек? Әлеге ваҡытта Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенә ниндәй һорауҙар менән шылтыраталар?

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республикалағы коронавирусҡа бәйле хәлдәр менән таныштырҙы.
Башҡортостанда пандемия башланыу менән сирҙең 25566 осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә – 163 кеше. Барлығы 19368 кеше һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә – 54. Дауаханаларҙа 303 кеше ята, уларҙың 45-е ауыр хәлдә. 5687 кеше амбулатор рәүештә дауалана.
Министр белдереүенсә, һуңғы көндәрҙә коронавирус менән сирлеләр өсөн дауаханаларҙа урындар һанын өс меңгә кәметкәндәр. Тәүҙә булған 6334 урындан бөгөнгә 3667 ҡалған.
– 8 февралгә ҡарата урындарҙың 71 проценты тулы, 29-ы буш. Хәҙер сирлеләрҙе махсус йоғошло ауырыуҙар үҙәктәренә күсерәбеҙ. Стәрлетамаҡтағы үҙәктә – 138, Өфө районының Зубово ауылындағы үҙәктә 297 кеше дауалана, – тине Максим Забелин.
Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эшмәкәрлегенә килгәндә, уның етәксеһе Римма Үтәшева белдереүенсә, улар эшләй башлаған көндән алып 45,3 мең мөрәжәғәт ҡабул иткән, һуңғы аҙнала 2,6 мең шылтыратыу булған.
Римма Әмир ҡыҙы белдереүенсә, хәҙер мөрәжәғәттәрҙең күп өлөшө коронавирусҡа ҡаршы вакцинацияға арнала башлаған.
– Февраль башында шылтыратҡан кешеләрҙең 41 процентын прививкаға бәйле һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Улар күп, шул иҫәптән өлкән кешеләрҙән дә. Барыһын да аңлатабыҙ, яуап бирәбеҙ, – тине ул.
Мөрәжәғәттәр кәмеүе арҡаһында, операторҙар һаны 13-кә ҡалған. Ковидҡа ҡаршы үҙәк элекке кеүек үк иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем ялһыҙ эшләй. Телефон номеры шул уҡ: 219-19-19.
Фото: osnmedia.ru
Читайте нас