Дүртөйлө районының Семилетка ауылындағы балалар поликлиникаһында Юлиә Зарипова эшләй. Ул ауылға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлау системаһының медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү” төбәк проектына ярашлы килгәйне.
Семилетка халҡы участка педиатрын күптән көттө, сөнки медицина ярҙамы алыу өсөн ҡалаға барырға тура килә ине. Һәм бына йәш, аҡыллы, квалификациялы табип эш башланы.
“Башҡортостан дәүләт медицина университетын “педиатрия” йүнәлеше буйынса тамамлағас, Дүртөйлө районына юлландым. Педиатр булып эшләйем. Ҙур яуаплылыҡ талап итеһә лә, һөнәремде бик яратам. Коллективыбыҙ бик дуҫ, татыу. Поликлиника хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла изге күңелле, ихлас, иғтибарлы кешеләр. Улар һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер”, – ти Юлиә Зарипова.