Сәләмәт булайыҡ
10 Февраль 2021, 16:00

37 кеше ауыр хәлдә...

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, үткән тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 163 осрағы раҫланды. Пневмонияға килгәндә...

Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан йәнә дүрт ауырыу вафат булды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып 214 кеше вирус ҡорбандары исемлеген тулыландырҙы.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, үткән тәүлектә ауырыуҙы йоҡтороуҙың 163 осрағы раҫланды. Республикала сиргә дусар булғандарҙың һаны 25 894-кә етте.
Әле стационарҙарҙа 316 пациент дауалана, 37-һе ауыр хәлдә. Алты ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа дауаланған ауырыуҙар һаны 5,6 меңдән ашыу.
Тәүлек эсендә пневмония диагнозы тағы 175 кешегә ҡуйылған, ауырыуҙарҙың 167-һе һауығып дауахананан сыҡҡан.
Йәмәғәт урындарында битлек режимы әүәлгесә һаҡлана, санитария-гигиена талаптарын теүәл үтәргә, үҙегеҙҙе сирҙәрҙән араларға тырышығыҙ.
Фото: ”Башинформ”.
Читайте нас