Баш ҡаланың 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы белгестәре һөнәри байрамдарын Саҡмағош ауылында йәшәгән балаларға махсуслаштырылған стоматология ярҙамы күрһәтеп ҡаршы алды. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, улар бында 8 һәм 9 февралдә эшләгән.
Поликлиниканың стоматология модуле бригадаһы ике балалар стоматологы, теш табибы һәм шәфҡәт туташынан тора. Ике көнлөк күсмә эшмәкәрлек барышында 120 бала тикшерелгән, уларҙың 92-һенә ауыҙ эсен санациялау талап ителгән. Барыһына ла профилактик фторлау башҡарылған, 47-һенә санация яһалған. Балалар өсөн ауыҙ ҡыуышлығы сирҙәрен иҫкәртеү буйынса сәләмәтлек дәрестәре ойошторолған, шәхси консультациялар бирелгән.
1-се мәктәптәге “Демография” милли проектының “Юғарыға ос” проектына ярашлы ойошторолған стоматология кабинетында барлыҡ өсөнсө класс уҡыусылары өсөн һаулыҡ дәрестәре үткәрелгән. “Сәләмәт йылмайыу” модуле буйынса ойоштороу-методик эш башҡарылған.
Бынан тыш, эш барышында Саҡмағош ауылының социаль приютында тәрбиәләнгән 15 баланың тештәрен тикшергәндәр һәм дауалағандар, кәңәштәр биргәндәр. Аҙаҡ балаларға стоматологияға бәйле бүләктәр тапшырылған.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.