Сәләмәт булайыҡ
12 Февраль 2021, 13:30

Тынысланырға сәбәп юҡ...

Тағы ла өс кеше вафат булды...

Үткән тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһынан тағы ла өс кеше вафат булды. Пандемия осоронда ковидтан һәләк булғандарҙың дөйөм һаны 220 кешегә етте, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Республикала коронавирус сиренә дусар булғандар бөтәһе 26 214 кеше тәшкил итә. Һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторғандар һаны 160-ҡа артҡан.
Республика стационарҙарында әле 298 пациент дауалана, 37-һе ауыр хәлдә. Амбулатор шарттарҙа 5 682 ауырыу дауалана, 136 пациент һауыҡҡан. Тәүлек эсендә пневмония диагнозы йәнә 193 кешегә ҡуйылған. 108-е һауығып дауахананан сыҡҡан. Күреүебеҙсә, әле тынысланырға, санитар-гигиена ҡағиҙәләрен инҡар итергә бер сәбәп тә юҡ. Киреһенсә, был мәкерле сирҙе йоҡтормау өсөн йәмәғәт урындарында битлек режимын һаҡлау мөһим, өҫтәүенә киҙеү һәм киҫкен респиратор вируслы сирҙәр эргәбеҙҙә һағалап ҡына тора. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Фото:GTRK.tv.
Читайте нас