Киләһе биш йылда һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын күләмле яңыртыуға 18,5 миллиард һум тотонола. Башҡортостанда 530-ҙан ашыу медицина учреждениеһы төҙөлә, 70-енә капиталь ремонт яһала.
Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә халыҡтың йыш ҡына дауаханаларҙың һәм поликлиникаларҙың насар хәлдә булыуына зарланыуы тураһында яҙып сыҡты. Күп кенә биналар 50-60 йыл элек төҙөлгән, уларҙа ҡараңғы һәм ҡыҫынҡы, ҡорамалдар иҫкергән. Төбәк Башлығы әйтеүенсә, был ялыуҙар нигеҙле – халыҡ уңайлы медицина учреждениеларына килеп, сифатлы ярҙам алырға тейеш.
“Быйыл ике мөһим объектты – Бөрөлә ҙур поликлиниканы (көнөнә 200 баланы һәм 400 өлкән кешене ҡабул итерлек) һәм Саҡмағош ауылында 250 кешегә ярҙам күрһәтерлек поликлиниканы һалып бөтәбеҙ. Уларҙы 2021 йылда файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйбеҙ. Ә 2022 йылда йәнә дүрт ҙур төҙөлөштө тамамлайбыҙ – Учалы ҡала дауаханаһында һәм Өфө кардиология үҙәгендә хирургия корпустарын, шулай уҡ Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы ҡарамағындағы һәм Затондағы поликлиникаларҙы. 2021 йылда Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген, Баймаҡта балалар поликлиникаһын төҙөй башлайбыҙ. Бөтә республика буйынса уңайлы шарттарҙа табиптар эшләй, ә пациенттар дауалана – беҙҙең маҡсат ошо. Әкренләп, әммә ышаныслы шуға табан барабыҙ”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.