Сәләмәт булайыҡ
13 Февраль 2021, 13:30

Тәүлек нимә күрһәтте?

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан йәнә дүрт кеше вафат булған.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан йәнә дүрт кешенең вафат булғаны асыҡланды.
Шулай итеп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирус ҡорбандары һаны 224 кешегә етте. Һуңғы тәүлектә 160 кешенең сирҙе йоҡторғаны асыҡланған, 253 ауырыу һауыҡҡан. Пандемия осоронда 26 374 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылды.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә вирусты йоҡтороуҙың 14 861 осрағы асыҡланған, 502 ауырыу вафат булған. Күреүебеҙсә, илдә сирҙе йоҡтороу күрһәткестәре яйлап кәмеүгә бара. Шулай ҙа тынысланырға урын юҡ. Битлек режимы һаҡлана, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү әүәлгесә мөһим, сөнки вирус бер ҡайҙа ла китмәгән, эргәбеҙҙә генә.
Фото: BashNews.
Читайте нас