Сәләмәт булайыҡ
14 Февраль 2021, 10:40

121 мең кеше ҡатнашты

"Рәсәй саңғы юлы"нда ҡатнашҡандарҙың иң бәләкәйе – Күгәрсендән Әминә Сәйфуллинаға – бер, ә иң өлкәне – Мишкә районынан Сергей Салякинға – 91 йәш!

Быйылғы “Рәсәй саңғы юлы” ярышында беҙҙең республиканан 121 мең кеше ҡатнашҡан. Иң кесе ҡатнашыусығы – бер, иң өлкәненә... 91 йәш!
Һәр ваҡыттағыса, был сараға әүҙем, сәләмәт тормош алып барыуға әүәҫ Башҡортостан халҡы дәррәү ҡушылды. Улар араһында – төрлө йәштәге кешеләр. Республиканың 63 муниципаль берәмегендә саңғыға баҫҡандар араһында мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа, эшләп йөрөгәндәр ҙә, пенсионерҙар ҙа булды. Быйылғы спорт байрамында тотош ғаиләһе менән ҡатнашҡандар күп. Саңғыла йөрөргә яратҡандар өс һәм биш саҡырым алыҫлыҡҡа уҙышты.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: ҡатнашҡандарҙың иң бәләкәйе – Күгәрсен районынан Әминә Сәйфуллинаға – 1 йәш тә 11 ай, ә иң өлкәне – Мишкә районынан Сергей Салякинға – 91 йәш!
Өфөнән сарала 31 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Орджоникидзе районындағы “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында стартты асыуҙа республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы, Рәсәйҙең Паралимпия комитеты вице-президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Рима Баталова, район хакимиәте башлығы Марат Ғәлиуллин булды.
“Рәсәй саңғы юлы-2021” сараһына ярашлы, бында туғыҙ уҙыш үтте. Вип-уҙышта Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары, биатлонсы, Ноганолағы Олимпия уйындарының бронза миҙалына лайыҡ Павел Мөслимов ҡатнашты. Ул стартты үҙенең улы менән башланы.
Ярышта еңгәндәргә, призерҙарға миҙал, кубок һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Фотолар: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Читайте нас