50 көндә төҙөп бөтөргә, тигәнгә күбеһе ышанып етмәһә лә, Башҡортостан был эште атҡарып сыҡты. Һүҙ яңы инфекция дауаханалары тураһында бара.
Республикала һанаулы ғына көндәрҙә ике өр-яңы инфекция дауаханаһы төҙөп ҡуйылды. Һөҙөмтәлә әллә күпме ғүмерҙәр ҡотҡарылды, ауыр вирус менән көрәшеүҙә уңыштарға өлгәшелде. Башҡортостандың төҙөлөш өлкәһендәге был тәжрибәһен башҡа төбәктәр үҙләштерә башланы.
Бөгөн киске сәғәт 7-лә Башҡортостан юлдаш телеканалында “Спасительный курай” тапшырыуын ҡарағыҙ. Ул тап ошо темаға бағышлана.