Сәләмәт булайыҡ
14 Февраль 2021, 16:30

Рәсәй вакцинаһы - лидерҙар рәтендә

Ул Ҡытайҙың өс вакцинаһын да артта ҡалдырҙы!

Рәсәй вакцинаһы “Спутник V” коронавирусҡа ҡаршы донъяла етештерелгән вакциналар араһында дәүләт регуляторҙары тарафынан алынған хуплауҙар һаны буйынса тәүге өсәү рәтендә килә.
Рәсәй тура инвестициялар фонды хәбәр итеүенсә, “Спутник V” Ҡытайҙың өс вакцинаһын да артта ҡалдырған.
“Спутник V” Европа, Латин Америкаһы, Яҡын Көнсығыш, Африка, Азия, Төньяҡ Американың 26 дәүләте тарафынан хупланған. Әлеге ваҡытта хуплауҙар һаны буйынса донъяла беренсе урында 35 илдә рөхсәт ителгән Pfizer вакцинаһы килә. Икенсе урында – 31 илдә рөхсәт ителгән инглиз-швед AstraZenega вакцинаһы.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас