Сәләмәт булайыҡ
14 Февраль 2021, 12:30

Уларҙы һөйөү йүгертте!

Бөгөн Башҡортостан урмансылары паркында инде етенсе йыл рәттән иң романтик ҡышҡы йүгереш – “LOVERUN–2021” үтте.

Бөгөн Башҡортостан урмансылары паркы биләмәһендә инде етенсе йыл рәттән иң романтик ҡышҡы йүгереш – “LOVERUN–2021” үтте.
Рәсәйҙең туғыҙ төбәге, ҡырҡ ҡалаһынан 300-ҙән ашыу йүгереүсе Өфөгә ярышыр өсөн генә түгел, ә бер-береһенә һөйөү һүҙҙәрен еткерергә, матур, йылы тойғолар менән солғанырға тип тә килгән. Сарала парлап та, яңғыҙ ҙа ҡатнашҡандар. Проекттың төп маҡсаты ла бит – һыуыҡты сигендереп, яҙҙы яҡынлаштырыу. Финишта инде иң күркәм йола атҡарыла – ир-егеттәр йөрәген яулаған һылыуҙарға өйләнешергә тәҡдим яһай.
Быйылғы йүгереш 2,5, 5, 10 һәм 21,1 саҡырым алыҫлыҡтарҙа үткән. Дистанцияла еңеү яулағандар призһыҙ ҡалмаған: уларҙы йөрәк рәүешендәге браслет, миҙалдар менән бүләкләгәндәр.
Роматикаға ҡоролған матур ярышта ғаилә парҙары ла ҡатнашҡан, уларҙың ҡайһылары бында беренсе тапҡыр ғына килмәй.
Ойоштороусылар әйткәнсә, ошондай спорт саралары матур йолаға әүерелеп, бөтә илдә тик ыңғай баһалана. Яҡты, ҡояшлы ҡышҡы көндә саф һауанан көс алып, матур хистәргә байып ҡайтыу кемгә оҡшамаһын!
Фотолар: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
Читайте нас