Сәләмәт булайыҡ
14 Февраль 2021, 13:00

Вирус ҡорбандары йәнә артты

Әлегә тынысланырға урын юҡ, вирус үҙ ҡорбандарын аңдып ҡына тора. Өҫтәүенә республикала киҫкен респиратор вируслы сирҙәр көсәйҙе.

Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 158-гә артты, шулай итеп, пандемия осоронда сиргә дусар булғандар 26 532 кешегә етте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар дүрт ауырыуҙы ҡотҡара алмаған. Уларға мәкерле сирҙең ауыр эҙемтәләрен еңергә мөмкин булмаған. Коронавирус ҡорбандары республикала 228 кеше тәшкил итә.
Тәүлек эсендә һауығып дауахананан сыҡҡандар ҙа артҡан, улар - 285 кеше.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 14 185 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған, 15 194 ауырыу һауыҡҡан. Үкенескә күрә, 430 пациент сирҙе еңә алмаған.
Әлегә тынысланырға урын юҡ, вирус үҙ ҡорбандарын аңдып ҡына тора. Өҫтәүенә республикала киҫкен респиратор вируслы сирҙәр артты. Санитария-гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәү беҙҙе күп бәләләрҙән ҡотҡарыр, битлек режимын һаҡлау әүәлгесә мөһим.
Фото: BashNews
Читайте нас