Бөгөн донъяла Халыҡ-ара яман шешкә дусар балалар көнө билдәләнә.
Бөтә донъя ата-әсәләр ойошмалары конфедерацияһы башланғысы менән 2001 йылдан алып был көндә күп илдәрҙә балалар онкологияһына ҙур иғтибар йүнәлтелә. Маҡсат бер - проблема хаҡында мәғлүмәтлекте арттырыу, өлгәшелгән уңыштар һәм хәл итәһе бурыстар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү.
Балалар онкологик сирҙәре менән көрәш символы булып алтын таҫма тора. Ул балаларҙың беҙҙең өсөн ни тиклем баһалап бөткөһөҙ ҡиммәт икәнен символлаштыра. Сабыйҙарҙың батырҙарса, ололарса түҙемлек менән сиргә ҡаршы көрәшеүен һөйләп аңлатаһы түгел. Сирле бала тәрбиәләгән, юғалтыу ҡайғыһын кисергән ғаиләләр иңенә төшкән ауырлыҡты нимә менән сағыштырырға? Бөтә ғүмерҙәрен ҡаты ауырыуға дусар сабыйҙарҙы дауалауға, тәрбиәләүгә биргән ирекмәндәргә, табиптарға рәхмәттән башҡа ни әйтәһең?
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, “балалар яман шеше” термины 15 йәшкә тиклемгеләргә ҡарата ҡулланыла. Йыл һайын донъяла 200 меңдән ашыу сабыйға ошо хәүефле диагноз ҡуйыла. Хәҙерге заман медицинаһы, ваҡытында дауалағанда, бәләкәй пациенттарҙың 90 процентҡа тиклемен ҡотҡарырға ярҙам итә. Ҡайһы бер шештәрҙе хәҙер тулыһынса дауалау мөмкинлеге бар, ти белгестәр.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.