Сәләмәт булайыҡ
16 Февраль 2021, 18:30

Министр мөмкинлектән файҙаланырға саҡыра

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә вирус ҡорбандары йәнә ике кешегә артып, бөтәһе 234 тәшкил итте...

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса үткән брифингта Максим Забелин республика халҡын әүҙемерәк вакцинация үтергә саҡырҙы.
Мөмкинлектән файҙаланыу өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы, “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһы, Ковидҡа ҡаршы үҙәк, поликлиника регистратураһы аша яҙылырға була. Вакцинациялауҙың тәүге этабын үткән пациенттарға бер ҡайҙа ла шылтыратыу кәрәкмәй, уларға ҡасан килеү тураһында алдан хәбәр итәсәктәр.
Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын 154 кеше йоҡторғаны асыҡланған, күреүебеҙсә, аҙ ғына булһа ла ауырыуҙар һаны кәмеүгә бара. Республикала сирҙе йоҡтороуҙың 26 841 осрағы теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә вирус ҡорбандары йәнә ике кешегә артып, бөтәһе 234 тәшкил итте. Әле 5 601 ауырыу дауалана, 222-һе - стационарҙарҙа. 25 пациенттың хәле ауыр тип баһалана.
Һаулыҡ һаҡлау министры республикала диспансерлаштырыу башланыуын хәбәр итте. Бының өсөн төрлө саралар ярҙамында йәшәү урынындағы поликлиниканың медицина иҫкәртеү кабинетына алдан яҙылырға кәрәк (“Дәүләт хеҙмәттәре” порталы, регистратура, мобиль ҡушымта аша). “Сиратта торорға тура килмәйәсәк, бөтә санитария-эпидемиология саралары күҙәтеләсәк, - тип ышандырҙы Максим Забелин. - Быйыл 900 меңгә яҡын кешене диспансерлаштырыуға йәлеп итергә уйлайбыҙ”.
Фото: imag.one
Читайте нас