Садиҡовтар ғаиләһенә ярҙам кәрәк. Уларҙың өс йәшлек улдарына бер йәшлек саҡтарында церебраль фалиж диагнозы ҡуйылған. Бары ҡиммәтле операция ғына малайҙарға үҙаллы йөрөргә ярҙам итәсәк. 10 апрелгә тиклем 11 миллион 330 һум аҡса йыйып өлгөргәндә, АҠШ табиптары уларҙы операцияға аласаҡ. Әле ике миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған.
Сабыйҙар етлекмәй тыуған. Өс ай буйына ҡытай табиптары Самир менән Сабирҙы дауалаған. Ата-әсәһе дауалау курстарына йөрөтөү өсөн Салауат ҡалаһынан Өфөгә күсеп килгән. Малайҙарҙың береһе ярты йыл элек ултыра ла алмаһа, хәҙер ул шыуыша, тубыҡтарына баҫа башлаған. Әсәһе Айгөлдөң әйтеүенсә, уға операция яһау өсөн табиптар ризалыҡ биргән. Бары был мөмкинлектән файҙаланырға кәрәк.
Америкалағы операция селектив дорзаль ризотомия тип атала. Был процедура аяҡтарҙағы мускулдар йомшаҡлығынан һәм ауыртыуҙан ҡотҡарасаҡ, малайҙар үҙаллы йөрөй аласаҡ.” Беҙгә ошо сумманы йыйырға ярҙам итһәгеҙ ине! Мөмкин булған бөтә нәмәне һаттыҡ - машинаны, ерҙе... Операцияға аҡсабыҙ юҡ,” - ти малайҙарҙың әсәһе.
Миәкә районында хәйриә йәрминкәһе ойоштороп, 55 мең һум аҡса йыйғандар. 9 244 505 һум йыйырға ҡалған. Ярҙам итергә теләгәндәр булһа, ошо реквизитҡа аҡса күсерегеҙ: Сбербанк картаһы номеры: 22 02 2007 3423 7413, телефон номеры: 8 -999-741-89-49. Айгөл Рәзиф ҡыҙы Садиҡова.