Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова рәсәйҙәрҙе яҙғы осорҙа вируслы инфекцияларҙың артасағы хаҡында иҫкәртте. Уның әйтеүенсә, йоғошло сирҙәрҙе эләктереү хәүефе ҙур, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһы таралыуы ла көсәйеүе ихтимал.
“Әле дөйөм көс менән COVID-19 вирусының таралыуын тотоп киләбеҙ, әммә хәл яҡшы түгел әле,”тип белдерҙе етәксе “Рәсәй 1” телеканалына биргән интервьюһында. Уның әйтеүенсә, күп ауырыуҙарҙа сир билдәләре күҙәтелмәй, шуға күрә кешеләр менән осрашҡанда вирусты эләктереү ихтималлығы юғары.
“Бөтә респиратор-вируслы инфекциялар ҙа ғинуар урталарынан башланып, февраль, март айҙарында көсәйә. Бөтәһе лә үтте, тип тынысланырға иртә, бөгөн хәүеф бары арта ғына,” - тип белдерҙе Анна Попова. Ул эпидемия башында һәм аҙағында сирҙе йоҡторғандарҙың ғәҙәттәгенән ҡатыраҡ ауырыуын билдәләне. Етәксе әйтеүенсә, беҙҙә, нигеҙҙә, коронавирустың төп штаммы хакимлек итә, ә “Британия вирусы“ тип аталғаны ғәмәлдә юҡ тиерлек, һирәк кенә осраҡтар теркәлгән.
Тимәк, барыбыҙға ла эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәргә, үҙебеҙҙе сир-сорҙан һаҡларға тырышырға кәрәк.