Сәләмәт булайыҡ
19 Февраль 2021, 14:00

Вируслы сирҙәр баш күтәрә

Коронавирус инфекцияһынан йәнә дүрт ауырыу вафат булған...

Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан йәнә дүрт ауырыуҙың вафат булыуы билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирус ҡорбандары һаны 245-кә етте. Тәүлек эсендә сирҙе йоҡтороуҙың 152 осрағы теркәлгән, 241 пациент һауыҡҡан. Башҡортостанда пандемия башланғандан алып 27,3 мең самаһы кешенең сирҙе йоҡтороуы асыҡланды.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, әле стационарҙарҙа 280 пациент дауалана, 21-е ауыр хәлдә. Амбулатор шарттарҙа дауаланғандар һаны 5,1 меңдән ашты. Һуңғы тәүлектә пневмония диагнозы ҡуйылған ауырыуҙар бер ни тиклем кәмегән – 145 кеше. 97 ауырыуҙың һауығыуы билдәле.
Һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторғандарҙың иң күбе - Өфөлә (34 кеше), Стәрлетамаҡта (18), Бәләбәй районында (12). Исемлекте Асҡын районы һәм Нефтекама ҡалаһы дауам итә (10-ар ауырыу). Республикала киҫкен респиратор-вируслы сирҙәр ҙә киң тарала, тәүлектә 2114 осраҡ теркәлгән.
Барыбыҙҙан да был көсөргәнешле осорҙа санитария-гигиена талаптарын теүәл үтәү талап ителә. Сәләмәт булығыҙ!
Фото:sm-news.ru
Читайте нас