Бик күңелһеҙ яңылыҡ еткерәбеҙ. Аҙна уртаһында Күмертау ҡалаһының ҡала дауаханаһында, хирургия бүлексәһендә ҡатын кешенең ғүмере өҙөлгән. Шуныһы, ул бер юлы өс балаға ауырлы булған. Был турала "Башинформ" мәғлүмт агентлығы хәбәр итте.
Билдәле булыуынса, ҡатын кешегә 40 йәш булған. Уға экстракорпораль аталандырыу (ЭКО) яһағандар. Ҡатынғы өс эмбрион ултыртҡандар. Уларҙың өсөһе лә берегеп киткән, тик ауырлылыҡтың 12-се аҙнаһында ауырлыҡтар барлыҡҡа килгән. Һөҙөмтәлә ҡатындың балалары төшкән... Врачтар уның үҙен дә һаҡлап ҡала алмағандар.
Әлегә буласаҡ әсәнең нилектән һәләк булыуы билдәле түгел. Тикшереү бара.