Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны артыуын дауам итә. Оператив штаб мәғлүмәттәре буйынса, пандемия осоронда бөтәһе 27 739 кешегә ошо диагноз ҡуйылды, һуңғы тәүлектә сирлеләр һаны тағы ла 146-ға артты.
Тәүлек эсендә 23 ауырыу һауыҡҡан, 281 пациент стационарҙарҙа , 5 243 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт ауырыуға табиптар ярҙам итә алмаған. Вирус ҡорбандары һаны 256-ға етте.
Өҫтәүенә миҙгелгә хас киҫкен респиратор вируслы сирҙәр ҙә арта. Йәмәғәт урындарында битлек режимын һаҡлау әүәлгесә мөһим. Үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы ла сирҙәрҙән ҡурсалағыҙ!