Оҙайлы һәм ҡатмарлы сиргә юлыҡҡан ике йәшлек Богданға медицина ярҙамы өсөн аҡса йыйыу тураһында хәбәр ителгәйне инде. Бәхеткә ҡаршы, тейешле сумма тупланған, Өфөләге “Ультра” сауҙа үҙәге эшҡыуары сабыйҙы дауалауға оҙатыу өсөн матди ярҙам күрһәткән.
Был хаҡта ирекмән Регина Биргулиева хәбәр итә. ”Ура! Аҡса йыйыу тамамланды.Иртәгә беҙ Екатеринбургҡа осабыҙ,” - тип шатлығы менән уртаҡлашҡан ул.
Аҡса туплау оҙаҡ барҙы. 23 февралгә тиклем йыйып өлгөрмәгәндә, сәфәрҙе кисектерергә тура килер ине. Ә малайҙың сирҙәре бик етди: хромосома аномалияһы, психомоторик һәм физик үҫеш тотҡарлығы, микроцефалия...
35 йәшлек Еленаның бер үҙе өс баланы тәрбиәләүе, атай кешенең кинйәләренең сирле булып тыуыуын белеү менән ғаиләһен ташлап китеүе тураһында яҙғайныҡ инде. Хәҙер нисек тә Богданды аяҡҡа баҫтырырға, хәлен еңеләйтергә кәрәк. Ошондай ауыр саҡта ғаиләгә ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә әсә ысын күңелдән рәхмәт белдерә.