Сәләмәт булайыҡ
23 Февраля 2021, 12:30

Вирус байрамда ла ял итмәй

Коронавирус ҡорбандары һаны 259-ға етте...

Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын 143 кеше йоҡторғанлығы, ә пневмония диагнозы 162 ауырыуға ҡуйылғанлығы асыҡланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә өс пациентты табиптар ҡотҡара алмаған. Вирус ҡорбандары һаны 259-ға етте.
Әле стационарҙарҙа 266 пациент дауалана, 24 ауырыу ауыр хәлдә. Ете кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 5296 ауырыу йорттарында дауалана. Тәүлектә 102 пациенттың һауығыуы билдәле. Пневмонияны 137 кеше еңгән.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә вирусты 11823 кеше эләктергән, 417 ауырыу сирҙе еңә алмай вафат булған. Өҫтәүенә миҙгелгә хас киҫкен респиратор вируслы сирҙәр таралыуын дауам итә. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы мәкерле вирустарҙан һаҡлау өсөн бөтә санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү кәрәк.
Фото:Lopasnya.ru
Читайте нас