Һуңғы тәүлектә яңы коронавирус инфекцияһын республиканың 142 кешеһе йоҡторғанлығы асыҡланды. Дөйөм сирлеләр һаны 28 024-кә етте.
Тәүлек эсендә ковид диагнозы ҡуйылған ауырыуҙарҙың күбеһе Өфөлә (76 кеше) һәм Бәләбәй районында (18).
Үлем осраҡтары ла артҡан, йәнә өс ауырыу сирҙе еңә алмаған. Вирус ҡорбандары һаны 262-гә етте. Тәүлектә 37 ауырыу һауыҡҡан. Әле 256 пациент стационарҙарҙа, 5 408 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана. 22 ауырыуҙың хәле ауыр, һигеҙ кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Эпидемиологик хәл тынысланырға иртә икәнен раҫлай. Йәмәғәт урындарында битлек режимын һаҡлау, дистанция тотоу әүәлгесә көнүҙәк. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!