Сәләмәт булайыҡ
25 Февраль 2021, 13:30

Прививка яһаттығыҙмы әле?

"Спутник V" вакцинаһының тәьҫирлелеге 91,6 процент тәшкил итә. Клиник һынауҙар уның хәүефһеҙлеген раҫланы.

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатыусылар һаны арта бара. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 25 февралгә вакцинаның беренсе компоненты 73442 кешегә яһалған, шуларҙың 18012-һе икенсе прививканы ла эшләткән.
Республикаға бөтәһе “ГамКовидВак” вакцинаһының (сауҙа маркаһы - "Спутник V") 113592 дозаһы килгән, прививка 97 пунктта яһала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вакцина яһатыуға яҙылыу урындарын хәтерегеҙгә төшөрә:
-Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша;
-“Табипҡа”мобиль ҡушымтаһы аша йәки https://doctor.bashkortostan.ru/ республика сайтында;
- колл-үҙәктең берҙәм телефоны буйынса -1301 һәм 122;
-поликлиника регистратураһында;
-Ковидҡа ҡаршы үҙәк телефоны аша - (347) 218-19-19.
“Спутник V” вакцинаһы 25 илдә теркәлгән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса вакцинаның тәьҫирлелеге 91,6 процент тәшкил итә. Клиник һынауҙар уның юғары тәьҫирлеген, хәүефһеҙлеген раҫланы.
Ирекмәндәрҙең 98 процентында инфекцияға яуап ҡайтарырлыҡ антиесемдәр - иммунитет барлыҡҡа килгән. Өлкәндәр өсөн дә вакцинаның тәьҫирлелеге раҫланған – 91,8 процент. Иң мөһиме, вакцина үҙенең хәүефһеҙлеген күрһәткән. Көслө аллергия, анафилактик шок кеүек күренештәр күҙәтелмәгән. Еңелсә үткән кире күренештәрҙән киҙеүгә хас хәлһеҙлекте, баш ауыртыуын, прививка яһатылған урындың ауыртыныуын атарға була.
Фото: Osnmedia.ru
Читайте нас