Сәләмәтлек – иң ҙур байлыҡ, кеше бәхетенең нигеҙе. Уны һатып алып та, кемгәлер үтескә биреп тә булмай. Сәләмәт булғанда ғына кеше үҙ теләгенә өлгәшә, тирә-йүнде танып белә, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, хеҙмәттән, тормоштан һәм йәшәйешенән йәм таба, ҡәнәғәтлек ала. Бының ни тиклем хаҡлы булыуын һәр беребеҙ коронавирусҡа бәйле пандемия осоронда асыҡ тойҙоҡ: кемдер зәхмәтле сир менән күҙмә-күҙ осрашты, бәғзеләре яҡындарын юғалтты, кемдер әле булһа ауырып, “ҡороғорвирустың” эҙемтәләре менән көрәшеүен дауам итә.
Ниндәй генә сиргә тарыһаҡ та, иң тәүгеләрҙән булып аҡ халатлыларға мөрәжәғәт итәбеҙ: һаулыҡ һағында торған табиптарға барып, уларҙың тылсымлы ҡулдарының шифаһын тойоп, яҙып биргән дарыу-уколдарҙы алып сир-зәхмәттәрҙән арынабыҙ, йәшәүгә ҡайтанан көс алабыҙ.
Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының хужалыҡ иҫәбендәге бүлексәһенең барлыҡҡа килеүенә тиҙҙән 20 йыл тула. Ошо йылдар арауығында ул үҙенә тәғәйенләнгән бурыстарҙы теүәл үтәп, халыҡҡа юғары кимәлдә һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә өлгәшә. Республикала тәүге “ҡарлуғас”тарҙан асылған бүлеккә башта уҡ Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фатихаһын бирә һәм был яңылыҡты башҡа ҡала дауаханаларына тәҡдим итә. Тәжрибә туплау маҡсатында Сибайға Учалы, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Өфө ҡалаларынан һәм Урал аръяғы райондарынан етәкселәр килә. Хужалыҡ иҫәбендәге бүлексәнең төп тәғәйенләнеше – Сибай һәм уға яҡын райондарҙа йәшәгән халыҡҡа түләүле медицина ярҙамы күрһәтеү, медицина тикшеренеүҙәре үткәреү, табиптарҙың ҡабул итеүен ойоштороу. Кәрәкле медицина ҡорамалдары, аппаратура һатып алына, бүлектең техник базаһы нығытыла. Тәүге көндәрҙән үк хужалыҡ иҫәбендәге бүлексә менән үҙ эшенең оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, табип-хирург Тәлғәт Әхтәм улы Солтанов етәкселек итә. Тап уның иңенә тәүге ойоштороу эштәре, бүлекте медицина белгестәре, үҙ эшенең оҫталары менән тулыландырыу бурысы йөкмәтелә. Берҙәм коллектив туплауҙа Тәлғәт Әхтәм улының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Яңы асылған бүлектә пациенттар өсөн дә уңайлы мөхит булдырыуға өлгәшә.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе йылдар дауамында белгестәргә ҡытлыҡ кисереүе, шунлыҡтан табиптарға сираттың ҙур булыуы, ауырыуҙарҙың ҡәнәғәтһеҙлеге, ялыуҙарҙың артыуы бер кемгә лә сер түгел. Ә бына хужалыҡ иҫәбендәге бүлектә быларҙың береһе лә юҡ: теләгән табипҡа күренергә, медицина тикшеренеүҙәрен тиҙ үтергә мөмкин. Заман талаптарына яуап биргән юғары сифатлы медицина һәм лаборатория ҡоролмаларының булыуы ла быға булышлыҡ итмәй ҡалмай. Шул уҡ ваҡытта элекке кеүек һәр анализ һөҙөмтәләрен алыу өсөн ҡайҙалыр йүгерергә кәрәкмәй: барыһын да бер урында тапшырыу мөмкинлеге ҡаралған. Был, берҙән, медицина тикшерелеүе үтергә килеүселәр өсөн уңайлы булһа, икенсенән, яҡын райондарҙан килеп, тиҙ арала сифатлы медицина ярҙамы алыуға булышлыҡ итә.
Әйткәндәй, бүлек ҡала предприятие һәм ойошмалары менән медицина тикшеренеүҙәрен (медосмотр) үтеү өсөн эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Йыл һайын килешеүҙәр нигеҙендә ойошма, учреждение, уҡыу йорттары араһында медицина тикшеренеүҙәре үтеү өсөн хеҙмәткәрҙәр тап бында килә. Эшкә инергә теләүселәр, водитель таныҡлығы, ҡорал йөрөтөүгә рөхсәт ҡағыҙын алыу өсөн дә медицина тикшеренеүе үткәрелә. Бүлектең тәжрибәле табиптары төрлө ойошма-учреждениеларҙың һөнәри сирҙәрен асыҡлауҙа үҙ өлөшөн индерә, уларҙы даими күҙәтеү аҫтына ала һәм һауыҡҡанға ҡәҙәр бар яҡлап ярҙам күрһәтә. Әгәр ҙә тәүге йылдарҙа бигерәк тә Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты эшселәренең был тәңгәлдә бик күп проблемалары булһа, йыл һайын маҡсатлы эш алып барыу ҙа үҙ һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмаған. Хәҙер тикшерелеүселәр араһында һөнәрҙәренә бәйле сирҙәр кәмей төшкән.
Бөгөн коллективты йәш, дәртле һәм үҙ эшен яҡшы белгән Зилиә Хөсәйенова етәкләй. Тиҙ арала Зилиә Азат ҡыҙы бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәре араһында абруйлы етәксе, үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған. Быға тиклем ул үҙе лә ошонда уҡ табип-дерматолог булып эшләгән.
– Беҙҙең коллективтың татыу һәм берҙәм булыуына, беренсе сиратта, ойошманың тәүге етәксеһе, оҙаҡ йылдар эшләгән Тәлғәт Солтановҡа рәхмәтлебеҙ. Ул беҙҙе тупланы, бер-беребеҙгә ышаныс уятты, эшебеҙгә һөйөү тәрбиәләне. Бүлектә 20 кеше эшләй. Һәр береһе үҙ эшенең ысын оҫтаһы тип әйтер инем. Шулай уҡ бүлек асылғандың тәүге көнөнән алып бөгөнгәсә хеҙмәт иткән өлкән шәфҡәт туташы Гүзәл Боҫҡонова – минең уң ҡулым, кәрәк ваҡытта ярҙам итә, кәңәштәрен бирә. Әлбиттә, ҡала үҙәк дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғоловтың ярҙамынан башҡа беҙҙең хужалыҡ иҫәбендәге бүлексә үҫешә алмаҫ ине. Һәр башланғысыбыҙҙы хуплап, ярҙам ҡулы һуҙып, кәрәк ваҡытта файҙалы кәңәштәрен биргән ҡала үҙәк дауаханаһы етәкселегенә лә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – ти Зилиә Азат ҡыҙы.
Егерме йыллыҡ тарихы булған бүлексәлә оҙаҡ йылдар һөнәрҙәренә тоғро ҡалған үҙ эшенең оҫталары эшләүе хаҡында ла әйтеп үтмәү яҙыҡ булыр ине. Улар – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, профпатолог-терапевт Рәмил Айытҡолов, табип-офтальмолог Алһыу Ғайсина, акушерка Альбина Булатова, шәфҡәт туташы Гүзәл Фазылова, хужалыҡ туташы Зөлфиә Солтанова. Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, табип-невролог Ирмөхәмәт Хибәтуллин, табип-окулист Роза Сухарева, шәфҡәт туташтары Зәкиә Сәйетова һәм Алһыу Яҡупова ла бик оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп коллективта хөрмәт ҡаҙанған, үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән аҡ халатлы, изге күңелле остаздар. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған кассир Әлфиә Рафиҡова, санитаркалар Әлфиә Сәфәрғәлина менән Тәслимә Наҙарғолова хаҡында ла барыһы ла тик яҡшы фекерҙә.
Бүлексә етәксеһе Зилиә Хөсәйенова белдереүенсә, халыҡҡа сифатлы һәм тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Яңы ҡорамалдар һәм технологиялар менән тәьмин итеү, медицина хеҙмәткәрҙәренең квалификацияларын камиллаштырыу, документтарҙы электрон рәүештә ҡабул итеү, теркәү, медицина тикшеренеүҙәрен киңәйтеү, төрлө белгестәрҙең ҡабул итеүҙәрен ойоштороу – тәү сиратта тормошҡа ашырыла торғандар рәтендә. Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер медицина тикшеренеүе үткән саҡта ошонда уҡ нарколог һәм психиатр кеүек тар белгестәрҙе бер юлы үтеү мөмкинлеге тыуҙырылған. Элекке кеүек ҡайҙалыр барырға, сәғәттәр буйы көтөп ултырырға кәрәкмәй.
Татыу һәм берҙәм коллектив ҡалала үткән төрлө спорт ярыштарында, һөнәри конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Ғаиләләре менән бергәләшеп тәбиғәткә сығып ял итергә лә өлгөрә улар. Республикала иғлан ителгән Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында ла аҡ халатлы табиптарыбыҙ йәнә халыҡтың сәләмәтлеге һағына баҫып, уларҙың һаулығын хәстәрләүҙе төп бурысы итеп алған. Ҡасандыр биргән Гиппократ антына тоғро улар.
Үҙҙәренең матур юбилейын билдәләүсе Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының хужалыҡ иҫәбендәге бүлексә хеҙмәткәрҙәренең барыһына ла һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ, изге һәм мәрхәмәтле эштәрендә түҙемлек һәм сабырлыҡ, уңыштар юлдаш булһын!
Рәйлә ӘМИНЕВА, Баймаҡ районы:
– Был бүлеккә мин вахта ысулы менән эшкә барыр алдынан һәр саҡ медицина тикшеренеүе үтеү өсөн киләм. Табиптарҙың яҡшы мөғәмәләһе оҡшай, сирең бар икән, йәшермәй әйтәләр, дауалау юлдарын яҙып бирәләр. Шәхси клиникаларға мөрәжәғәт иткәндә, күп осраҡта һине ҡарап та тормай, ҡултамға һәм мисәттәрен ҡуйһалар, бында ентекле тикшереү үткәреүҙәре оҡшай. Шуға күрә һәр саҡ Сибайға киләм, үҙемдең таныштарыма ла тәҡдим итәм.
Ҡаһарман МОСТАФИН, Сибай ҡалаһы:
– Водителгә таныҡлыҡ алыу өсөн медосмотрҙы хужалыҡ иҫәбендәге бүлексәлә үттем. Хаҡтарҙың – арзан, медицина тикшеренеүенең ентекле һәм сифатлы булыуы оҡшаны. Бар ерҙә лә таҙалыҡ, тәртип. Хеҙмәткәрҙәр асыҡ йөҙлө, иғтибарлы.