Бөгөн Сибайҙа тәүге тапҡыр халҡыбыҙҙың милли аш-һыуына арналған "Тәмле" конкурс-күргәҙмәһе үтте. Сара Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек, шулай уҡ Башҡорт тарихы йылына ярашлы уҙғарылды.
Ойоштороусылары - Сибай ҡалаһы хакимиәте, "Алға, Сибай!" социаль проекттарҙы яҡлау буйынса йәмәғәт ойошмаһы, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы, Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы.
Конкурста шулай уҡ Баймаҡ районы ағинәйҙәре, ҡаланың төрлө мәҙәниәт учреждениелары вәкилдәре, ҡала ҡунаҡтары һәм башҡалар ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, кешенең ғүмере һәм һаулығында туҡланған аҙыҡ-түлеге, ашау рәүеше ҙур роль уйнай. һуңғы ваҡытта халыҡтың экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибары арта. Бигерәк тә һөт ризыҡтарына, хәләл иттәргә, милли аш-һыуға өҫтөнлөк биреүҙәре ҡыуаныслы. Әлеге "Тәмле" конкурс-күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар тамашасылар өсөн бай аҙыҡ ассортименты тәҡдим итте. Башҡорттоҡонан тыш, бында башҡа милләттәрҙең милли ризыҡтары ла урын алғайны.
Конкурстың Гран-приһы Венера Йәнбәковаға (ул ҡырҡтан ашыу төр ризыҡ тәҡдим итте, тултырмаһы ғына ике метрҙан оҙонораҡ ине) һәм "Төйәләҫ" ағинәйҙәр клубы ағзаларына (улар 78 төр ризыҡ әҙерләгән, етәкселәре - Сәғилә Байназарова) бирелде.
Сара аҙағында теләгән һәр кем тәмле һәм сифатлы ризыҡтар һатып алды, уларҙы әҙерләү серҙәре менән танышты. Конкурста ҡатнашҡандарҙың барыһына ла Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Кисәлә Сибай концерт-театр берекмәһенән "Башҡорт йыры" конкурсы еңеүсеһе Әлфир Замановтың һәм "Тархан" фольклор-эстрада төркөмөнөң йырҙары яңғыраны. Сараны Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре юғары кимәлдә ойошторҙо һәм алып барҙы.