Сәләмәт булайыҡ
28 Февраль 2021, 11:30

Тағы дүртәү вафат...

Шулай итеп, хәҙер ҡорбандар һаны 273-кә етте.

Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар республикала йәнә 137 кешегә артты. Пандемия осоронда вирусты йөрөтөүселәрҙең дөйөм һаны хәҙер 28 581 тәшкил итә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәр һөйләй.
Әле стационарҙарҙа - 243, амбулатор шарттарҙа 5 198 ауырыу дауалана. Тәүлектә 197 пациент һауыҡҡаны билдәле. Кисә вирус ҡорбандары теркәлмәүе һөйөндөрһә лә, һуңғы тәүлектә тағы дүрт пациенттың вафат булғаны билдәле. Шулай итеп, республикала коронавирус инфекцияһын еңә алмағандар һаны 273-кә етте.
Республикала, был мәкерле сирҙән тыш, миҙгелгә хас киҫкен респиратор вируслы сирҙәр артыуын дауам итә. Тейешле санитар- эпидемиологик сараларҙы ҡәтғи үтәгәндә, үҙегеҙҙе генә түгел, яҡындарығыҙҙы ла сир йоҡтороуҙан һаҡларһығыҙ.
Фото: Ufa.bezformata.com
Читайте нас